ҒӘЛИӘСКӘРОВ Зөфәр Карам улы [13.3.1938, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны Байҡы-Юныс а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 19.4.2002, Тула ҡ.], аппаратсы. 1956 й. алып “Щёкиноазот” ААЙ‑нда (Тула өлк.) эшләй. Ғ. ҡатнашлығында пр‑тиела хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең һәм производствоны интенсивлаштырыуҙың Щёкин ысулы индерелә; баҫым аҫтында тәбиғи углеводород газдарҙы конверсиялау процесын үҙләштереү темптарын тиҙләтеүгә өлөш индерә. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1971), Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Шаров П.М. Щёкинский феномен: записки директора Щёкинского химкомбината о людях, времени и о себе. Тула, 1999.

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика