ҒӘЗИЗОВ Таһир Хәсән улы (12.9. 1935, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Монасип а. — 28.11.2010, Ҡазан), химик. Химия ф. д‑ры (1986). Ю.Х. Ғәзизовтың ағаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1962) РФА Ҡазан фәнни үҙәгенең Органик һәм физик химия ин‑тында эшләй: 1973 й. алып — өлкән, 1986 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р, 1992—2002 йй. ТР ФА‑ла бүлек начальнигы. Фәнни хеҙмәттәре фосфорорганик берләшмәләр химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәргә арналған. Ғ. тарафынан 3 валентлы фосфор к‑таларының эфирлы һәм ангидридлы сығарылмаларының төрлө электрофил берләшмәләр м‑н реакцияларының дөйөм законлыҡтары асыҡлана һәм Арбузов реакцияһының билдәле төрҙәре системаға һалына. Ғ. спирттарҙы, фенолдарҙы, меркаптандарҙы һәм аминдарҙы һайлап фосфорлаштырыуҙың яңы ысулын эшләй, фосфорит к‑таһының элек мөмкин булмаған трет-бутил эфирҙарын синтезлай, уларҙың үҙенсәлектәрен тикшерә, яңы юғары һөҙөмтәле биол. актив фосфорорганик берләшмәләр ала. Ғ. тарафынан таж һымаҡ зарядһыҙланыуҙың химик реакциялар тиҙлегенә һәм уларҙың йүнәлешенә тәьҫире өйрәнелә, уны химия сәнәғәте пр‑тиелары ағынты һыуҙарын таҙартыу процесында файҙаланыу мөмкинлеге күрһәтелә. 170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 19 уйлап табыу авторы.

 Х е ҙ м.: Проблемы научного обеспечения агропромышленного комплекса. Казань, 1994; Реакция Арбузова. Казань, 2003.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика