ГЕРМАШ Владимир Михайлович (25.11.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Александровка а.), инженер-технолог. РСФСР-ҙың атҡ. химигы (1988), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) Өфө НЭЗ‑нда эшләй (1953 й. алып производство бүлеге нач. – баш инженер урынбаҫары). 1959 й. башлап Башҡ‑н ХХС‑ының Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү идаралығында бүлек нач., 1960 й. – баш технолог. 1962 й. алып Яңы Өфө НЭЗ‑ының баш инженеры, 1969 й. – Өфө НЭЗ‑ының дир., 1976 й. – “Башнефтехимзаводы” ПБ нач., 1977 й. – КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. 1985 й. башлап Мәскәүҙә: СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрының 1-се урынбаҫары, 1990 й. – “Иртышполимер” АЙ‑ның баш белгесе, 2000 й. — «“РИФИН” Халыҡ-ара консорциумы» ЯСЙ‑ның баш белгесе, 2005 й. – Нефть эшкәртеүселәр һәм нефтехимиктар ассоциацияһының баш белгесе, 2008 й. – ген. дир. урынбаҫары. Г. етәкс. респ. нефть эшкәртеү з‑дтарында нефть коксы, майлағыс материалдар производстволары, ароматик углеводородтар һ.б. нефть продукттары етештереү б‑са комплекстар төҙөлгән; технологик процестарҙы модернизациялау үткәрелә һәм хеҙмәтте ойоштороуҙың алдынғы ысулдары тормошҡа ашырыла. 33 уйлап табыу авторы. БАССР ЮС‑ының 10-сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика