ҒАРИФУЛЛИН Флорит Сәғит улы [19.10.1948, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны 1‑се Рәтамаҡ а. (хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Рәтамаҡ а.) — 23.5.2010, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2003). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1965—67 йй. “Башзападнефтеразведка” тресының Бәләбәй быраулау контораһында эшләй. 1972 й. алып “Краснохолмскнефть” НГДУ‑һында: 1973—83 йй. һәм 1987—2003 йй. — цех, 1983 й. башлап бүлек начальнигы. 2003 й. алып “Башнефть‑Геопроект” ЯСЙ‑нда (Өфө) — бүлек, 2004 й. башлап сектор мөдире. Фәнни хеҙмәттәре нефть промыслалары системаларында органик булмаған комплекслы тоҙҙар ултырыуға бәйле проблемаларҙы өйрәнеүгә арналған. Ғ. нефть промыслалары ҡоролмаларында сульфидлы ултырмалар барлыҡҡа килеүҙе күҙаллау методикаһын, уны булдырмаҫ өсөн химик реагенттар (“Башнефть” АНК‑нда индерелә) эшләй. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 12 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика