ГАН Тамара Оскаровна (1.2.1950, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1992). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда (1988 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (1994 й. алып лаб. мөдире) эшләй. 1996 й. алып Германияла йәшәй һәм эшләй. Фәнни хеҙмәттәре гетероген катализ, органик берләшмәләрҙе гидрирлау өсөн катализаторҙар әҙерләү технологиялары өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Г. ҡатнашлығында Өфө нефть эшкәртеү заводында ГМ‑3 маркалы онтаҡ хәлендәгепассивирланған никелле катализатор, “Каучук” ЯАЙ‑нда таблетка формаһына килтерелгән кизельгур ҡатыш никелле катализатор етештереү ойошторола. Г. тарафынан гидрирлау катализаторҙары эшләнә, улар Калуга хуш еҫле синтетик матдәләр комб‑тында (парфюмерия майҙары компоненттарын гидрирлау процесында файҙаланыла), “Омскнефтеоргсинтез” ПБ‑нда (кастор майын гидрирлау ярҙамында оксистеарин к‑таһы алыу процесында ҡулланыла) производствоға индерелгән. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Б.И.Кутепов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика