ГАЛЬВАНИК ЭЛЕМЕНТ, окисланыу һәм кире ҡайтарылыу электрохимик процестарын айырмалы үткәреп электр энергияһы булдырыусы ҡоролма. Бер (беренсел элемент) һәм күп тапҡыр (ҡара: Аккумуляторҙар) разрядлы, реагенттарҙың өҙлөкһөҙ килеүендә эшләгән (яғыулыҡ элементы) Г.э. айырып йөрөтәләр. Электролит (к-та йәки тоҙҙоң һыуҙағы эретмәһе, һелте, тоҙ иретмәһе һ.б.) м‑н контактлашыусы, өҙөлгән электр теҙмәһендә көсөргәнеш булдырыусы, химик тәбиғәте яғынан төрлөсә эшләүсе ике электродтан (анод — кире ҡайтарыусы, катод — окисландырыусы) тора. Анод сифатында — цинк, кадмий, тимер, ҡурғаш һ.б., катод сифатында ҡурғаш, терегөмөш, көмөш һ.б. оксидтары йәки тоҙҙары ҡулланыла. Г.э. төп характеристикалары электрод-актив материалдың химик үҙенсәлектәренә бәйле: марганец-цинклыларҙың өҙөлгән электр теҙмәһендәге көсөргәнеше — 1,5—1,8 В, сағыштырма энергияһы 10—80 Вт·сәғ/кг; литийлыларҙыҡы ярашлы рәүештә 2,5—3,5 В һәм 250—600 Вт·сәғ/кг тәшкил итә. Электр тогының үҙ аллы сығанағы итеп Күсермәле кино-, радио-, фотоаппаратурала, кардиостимуляторҙарға һәм башҡа бәләкәй ҡоролмаларға, микрокалькуляторҙарға ток биреү өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда литийлы Г.э. булдырыу, поливалентлы металдар (марганец, молибден, баҡыр, кобальт һ.б.) оксидтары нигеҙендә — катод материалдары, һыуһыҙ эретмәләр (сульфолан, көкөрт диоксиды, ҡайһы бер полимерҙар) нигеҙендә электролиттар уйлап табыу б-са тикшеренеүҙәр 20 б. 80-се йй. башынан Органик химия институтында (В.С.Колосницын һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: Лидоренко Н.С., Мучник Г.Ф. Электрохимические генераторы. М., 1982; Кромптон Т. Первичные источники тока. М., 1986.

Р.С.Вәхитов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика