ВОЛОШИН Александр Иосифович (18.5.1959, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1981) Органик химия ин‑тында эшләй (1998 й. алып төп ғилми хеҙм‑р). 2003 й. башлап “ЮКОС тикшеренеүҙәр һәм уйлап табыуҙар үҙәге” ЯСЙ‑нда (Мәскәү), 2005 й. — “Юганск нефтегаз — Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәге” ЯСЙ‑нда лаб. мөдире, 2010 й. алып “РН‑УфаНИПИнефть” ЯСЙ‑нда нефть сығарғандағы ҡыйынлыҡтар б‑са эксперт. Фәнни хеҙмәттәре бәләкәй цикллы пероксидтарҙың фотохимияһын һәм хемилюменисценцияһын, ерҙә һирәк элементтарҙың ҡуҙғытылған торошо химияһын тикшереүгә арналған. В. тарафынан бәләкәй цикллы пероксидтарҙың металдарҙың комплекслы берләшмәләре м‑н реакцияларында электронлы‑ҡуҙғытылған торошо барлыҡҡа килеүҙең дөйөм принциптары эшләнә. Нефть сығарыу өлкәһендәге тикшеренеү һөҙөмтәләре “Татнефть” ААЙ (Әлмәт ҡ.), “Роснефть” нефть компанияһы пр‑тиеларында индерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Химия и хемилюменисценция диоксиранов. М., 1998 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика