ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Хизбулла Ғүмәр улы [28.10.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Түб. Әрмет а. (БРҙың Ишембай р‑ны) — 31.12.2001, Өфө], бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1959) артисы. 1946 й. алып 26‑сы Дәүләт союз з‑дында (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) эшләй. 1950—72 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1963—81 йй. педагог‑репетиторы, 1974—75 йй. художество етәксеһе; 1981—83 йй. Башҡ. филармонияһы балетмейстеры. Сәхнәлә ирҙәр бейеүенең героик стилен ижад итеүселәрҙең береһе. Башҡарыу манераһына һынлы сәнғәт күркәмлеге, йәнлелек, көслө темперамент хас: “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Зарифа”, “Төньяҡ амурҙары”, “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”) һ.б. “Кейәү” (“Жених”), “Сәкән” бейеүҙәрендә З. комик һәләте күренә. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР‑ҙың мәҙәниәт көндәрендә ҡатнаша. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Вена, 1959).

Әҙәб.: Докучаева А.А. Созвездие талантов. Уфа, 2009.

Л.И.Нагаева

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика