ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Айҙар Хизбулла улы (9.2.1963, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1997) һәм атҡ. (1993) артисы. Х.Ғ.Зөбәйҙуллиндың улы. Мәскәү мәҙәниәт ин‑тын (1984; педагогы И.В.Смирнов), Рәсәй театр сәнғәте акад. (1998; педагогы Е.П.Валукин) тамамлаған. 1985 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1995 й. — баш балетмейстеры, 1996—2000 йй. художество етәксеһе, 2005 й. — балетмейстеры, 2011—13 йй. художество етәксеһе; 2003—04 йй. Респ. халыҡ ижады үҙәге дир., бер үк ваҡытта 2004 й. башлап Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. хореография каф. (ойоштороусыһы) мөдире, 2008 й. алып БДПУ‑ла уҡыта. Артистың бейеү сәнғәтенә муз.-һығылмалы тәьҫирлелектең, стиль тойғоһоноң һәм көслө темпераменттың берләшеүе хас. Тәбиғи һәләте һәм башҡарыу оҫталығы “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Еҙ үксә”, “Бесәнселәр”, “Ҡороҡсолар”, “Төньяҡ амурҙары” һ.б. бейеүҙәрҙә сағыу сәхнә образдары тыуҙырыуға булышлыҡ итә. “Башҡортостандың йәшлеге”, “Берлиндан ҡайтҡан саҡта”, “Күңелсәк” һ.б. бейеүҙәр, ш. уҡ Опера һәм балет театрында “Ай тотолған төндә”, “Богема” (Дж. Пуччини), “Нәркәс” (Х.Ф.Ахметов), “Салауат Юлаев” операларына бейеүҙәр һала.

Әҙәб.: Докучаева А.А. Созвездие талантов. Уфа, 2009.

И.Х.Хәбиров

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика