АЙЫТ СӘЙЕТОВ (?—1774, Ҡазан), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Уран улусы Ҡом а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) башҡорттарынан. 1773 й. аҙ. — 1774 й. тәүге ярт. А.С. отряды Өфө провинцияһы Ҡаракүл улусы һәм Ҡазан губернаһы Сарапул улусында, Бөрө янында хәрәкәт итә. 1774 й. июнендә Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Уҫы янындағы яуҙарҙа һәм ҡамап алыуҙа ҡатнаша, Салауат Юлаев м‑н берлектә Кама й. буйында баш күтәреүселәр отрядтары ойоштора. Авг. А.С. отряды Ҡазан даруғаһы Мүзәк а. янында И.Г.Штерич етәкс. хөкүмәт командаһы м‑н алышта ҡатнаша. Әсирлеккә алына, Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү барышында вафат була (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, өйөнә ҡайтарыла).

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке