ЗЫЯЗИТДИНОВА Гөлшат Ибраһим ҡыҙы (22.9.1947, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2003), БАССР‑ҙың атҡ. (1990) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). З.А.Әхмәрованың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Салауат башҡорт драма театрында актриса. Уйын манераһы яҡты, эмоциональ актриса. Шыма техникаға, импровизация һәләтенә эйә, бай сағыу тауышлы. Төп ролдәре: Рәсимә (“Хыял ҡошом”, Ғ.Х.Вәлиев; дебют, 1974), Сәрби (“Башмағым”), Ғәлимәбаныу (“Ғәлиәбаныу”), Дилфүзә (“Кисер мине, әсәй”, Р.Батулла), Ләлә Моисеевна (“Мөхәббәт хаҡына”, Р.Ф.Байбулатов). З. көслө ихтыярлы ҡатын‑ҡыҙ образдарын ижад итә: Зәлифә (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов), Әсә (“Ҡанлы туй”, Ф.Гарсия Лорка), Екатерина II (“Салауат”, “М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са), Тәңкәбикә (“Ай тотолған төндә”). “Ай ҡыҙы” т/ф (2002; “Башҡортостан” ДТРК) Сәкинә ролен башҡара.

Әҙәб.: Станкова Л. Юлдар, юлдар… Театр. Дорога без конца..: 1, 2 ч. Салават, 2008.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика