ЗИНОВ Аркадий Владимирович (27.2.1976, Өфө), балет артисы. РФ‑тың атҡ. (2011), БР‑ҙың халыҡ (2002) һәм атҡ. (1997) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1994; педагогы Ю.Ғ.Ушанов), БДОБТ, 2003—13 йй. Красноярск опера һәм балет театры солисы, 2009 й. башлап Красноярск хореография колледжының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 2013 й. алып директоры. З. бейеүе виртуоз оҫталыҡ, нескә пластика һәм хис‑тойғоларға бай булыуы м‑н айырыла. Төп партиялары: Принц (“Щелкунчик”), Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Базиль һәм Эспада (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Джеймс (“Сильфида”, Х.Левенсхольд) һ.б. Хужа (“Хужа Насрет дин”, Л.З.Исмәғилева) һәм Йомағол (“Сыңрау торна”) партиялары З. ижади ҡаҙанышына әүерелә. Англия, Ҡытай һәм АҠШ‑та гастролдәрҙә була. Рәсәй балет артистарының “Арабеск” асыҡ конкурсы лауреаты (Пермь ҡ., 2000).

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика