ЗЫЯТДИНОВ Әбделғәзиз Абдрахман улы [15.7.1904, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сыуалкип а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 29.10.1991, Ҡазан], актёр. ТАССР‑ҙың халыҡ (1968) һәм атҡ. (1954) артисы. Ҡазан берләштерелгән сәнғәт‑театр техникумын тамамлағандан һуң (1929) — Әстерхан, Мәскәү, Ленинград ҡҡ. татар театрҙары, 1934—70 йй. Ғ.Камал ис. татар театры (Ҡазан) актёры. Үҙенсәлекле актёр, ул бигерәк тә көслө рухлы, ҡыйыу кешеләрҙе оҫта кәүҙәләндерә: Соколов (“Таня”, А.Н.Арбузов), Солтан (“Таймаҫовтар”, Т.Ғиззәт). З. кире образдары киҫкен сатира м‑н айырылып тора: Риппафрат (“Ҡунаҡхана хужабикәһе” — “Хозяйка гостиницы”, К.Гольдони), Сәлим (“Аҡ ҡалпаҡ”, М.Фәйзи), Квач (“Дошмандар” — “Враги”, М.Горький), Нурый (“Татар ҡатыны яҙмышы”, Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов). Драматик ролдәрҙе ышандырырлыҡ һәм хаҡ итеп башҡара: Хөсәйен Ямашев (“Туҡай”, Ә.Фәйзи), Хайдель (“Бишбүләк”, Т.Ғиззәт), Мирсәйет (“Яҡты юл”, Р.Ишморат).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика