“ЗЁРНЫШКО”, Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендәге киностудия. 1975 й. кино төшөрөүсе һәүәҫкәрҙәр түңәрәге булараҡ ойошторола, 1978 й. хәҙ. статусын һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. 1975—2010 йй. 80‑дән ашыу документаль фильм төшөрөлә: “Председатель меридианы” (“Председательский меридиан”, сценарисы һәм реж. М.Г.Пильнов, операторы Л.М.Пильнов; Бөтә Рәсәй халыҡ ижады смотры лауреаты, Мәскәү, 1978), “Һин беҙҙә берәү генә” (“Ты у нас одна”, сценарисы һәм реж. М.Г.Пильнов, операторы Н.Ф.Дрямов; Респ. һәүәҫкәр фильмдары фестивале лауреаты, Өфө, 1982), “Полуторка” (сценаристары М.Г.Пильнов һәм Р.И. Килмәмәтов, реж. Л.В.Головкина, операторы Дрямов, Ю.Ф.Михеев; Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, Мәскәү, 1983; Соц. илдәрҙең халыҡ‑ара фестивале дипломанты, Одесса ҡ., 1985), “Был ғүмерлеккә” (“Это на всю жизнь”, сценарисы М.Г.Пильнов, реж. Килмәмәтов, операторы Дрямов, Головкина, Ә.Б.Ғәлиев; “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”) Бөтә Союз һәүәҫкәр фильмдар фестивале, Мәләүез ҡ., “Мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡомартҡыларын һаҡлау” (“Охрана памятников культуры и искусства”) Бөтә Рәсәй кинофестивалдәре лауреаты, Өфө; икеһе лә — 1990), “Хушлашыу салюты, йәки Икенсе донъя һуғышының һуңғылары” (“Прощальный салют, или Последние из Второй мировой”, сценарисы һәм реж. М.Г.Пильнов, операторы Р.Ә.Нәзметдинов; “Ер һәм кешеләр” Респ. кино‑, видеофильмдар фестивале лауреаты, Мәләүез ҡ., 2000; Гран‑при), “Полуторка‑2, йәки Самауырсылар” (“Полуторка‑2, или Самоварщицы”, сценарисы һәм реж. М.Г.Пильнов, операторҙары А.В. һәм А.М. Желтоуховтар, Д.В.Спиридонов; “Ер һәм кешеләр” Респ. киновидеофильмдар фестивале лауреаты, Өфө, 2002). 80—90‑сы йй. киностудия “Мелеузовский калейдоскоп” (“Мәләүез калейдоскобы”) киножурналын сығара (ике йылға 1 тапҡыр). “З.” м‑н А.А.Данилов, А.Н.Прокудин, Р.Ф.Садиҡов, Л.М.Суслов, Х.Т.Шәйәхмәтов, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.Л.Хисмәтуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Етәкселәре: М.Г.Пильнов (нигеҙ һалыусы һәм тәүге етәксе), Дрямов (1978 й. алып).

Л.В.Головкина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика