ЗЕМФИРА (Рамаҙанова Земфира Тәлғәт ҡыҙы; 26.8.1976, Өфө), йырсы, музыкант, йырҙар авторы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1997; Ә.К.Мәсәлимова класы). 90‑сы йй. аҙағынан Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. “Земфира” рок төркөмөнөң ойоштороусыһы һәм солисы (Өфө, 1997). З. ижадына эмоциональ төрлөлөк, идея тәрәнлеге, стиль синкретизмы, үҙенсәлекле гармония һәм композициябашҡарыу манераһы хас. “Земфира” (1999), “Ғәфү ит мине, һөйөүем” (“Прости меня, моя любовь”; 2000), “Ун дүрт аҙна тынлыҡ” (“Четырнадцать недель тишины”; 2002), “Вендетта” (2005), “Рәхмәт” (“Спасибо”; 2007), “Һинең уйҙарыңда йәшәү” (“Жить в твоей голове”; 2013) альбомдары авторы. “Ариведерчи”, “Сикһеҙлек” (“Бесконечность”), “Эҙләнем” (“Искала”), “Матурлыҡ” (“Красота”), “Прогулка”, “СПИД”, “Webgirl” йырҙары киң популярлыҡ яулай. “Зелёный театр в Земфире” (2010) муз. фильмының продюсеры. “Ҡанаттар” (“Крылья”), “Максидром”, бөтә Рәсәй рок фестивалдәрендә ҡатнаша. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (АҠШ, Бельгия, Бөйөк Британия, Германия, Израиль һ.б.) гастролдәрҙә була. Ш.Бабич ис. (2000) һәм Рәсәй авторҙар йәмғиәте (2010) пр. лауреаты.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика