ЗЕМСТВО БАШҠАРМАҺЫ БИНАҺЫ, 19 б. тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Цюрупа урамы, 12). 19 б. уртаһында төҙөлгән (архитекторы билдәһеҙ). Г рәүешендәге ике ҡатлы йорт бер ҡатлы өйҙәр араһында айырылып торған. Архитектураһына классик традициялар йоғонтоһон кисергән эклектизм хас. Ике ҡыя киҫелешле мөйөшө тәҙрәле аттик, ыҡсым балкон һәм ҡыйығына флюгер ҡуйылған башняһы м‑н иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Бейек цоколь ҡат һәм антресоль йортто ҙурыраҡ күрһәтә. Тәүҙә йорт айырым шәхескә ҡараған, һуңыраҡ ҡала дауаханаһы өсөн һатып алынған, 1896 й. Өфө губерна земствоһы башҡармаһы ҡарамағына тапшырылған (ҡара: Земство), тип фараз ителә. Бинала Беренсе донъя һуғышы йылдарында — Өфө губернаһының Халыҡ ун‑ттары йәмғиәте, 1919 й. алып Игенселек ХК урынлашҡан була; 1941 й. башлап “Уфимкабель” ААЙ урынлаша.

Әҙәб.: Семёнова С.Ю. Как строилась и жила губернская Уфа (конец XVI — начало XX вв.): очерки. Уфа, 2004.

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика