Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/Z/ZAINULLA_noty.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/Z/ZAINULLA_noty.jpg'

“ЗӘЙНУЛЛА”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр Х.Хамматов тарафынан 1939 й. БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Иҫке Сибай а. ҡурайсы С.Бикбулатовтан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫыла. Йыр вариантын Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Йыр лирик характерҙа. Поэтик текст — баструкка ябылған Зәйнулланың тыуған яғын (йырҙа Ирәндек һырты телгә алына), яҡындарын һәм һөйгәнен һағыныуы т‑дағы монологы. “З.” киң диапазонлы, көй биҙәктәренең ҙур булмауы м‑н айырылып тора. Форма төҙөүсе ролен секвенциялар уйнай, уларҙың уйсан мелодик тулҡындары бөтә йырға тотороҡлолоҡ, тыныс характер бирә. “З.” айырыуса сағыу башҡарыусы — Ғ.Ғ.Хәмзин. Көйҙө тауыш һәм фп. өсөн М.Х.Әхмәтов эшкәрткән.

Әҙәб.: Ахметов Х.Ф. Башкирские протяжные песни. М., 1978.

 Г.С.Галина

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика