ЗӘЙНИ Исхаҡ [Зәйниғәбетдинов Исхаҡетдин Абызйән улы; 13.1.1886, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Юлдаш а. (БР-ҙың Фёдоровка р‑ны) — 3.5.1932, Өфө], актёр, режиссёр. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—21 йй. — 1‑се Башҡ. дәүләт драма театры эргәһендәге драма студияһында, 1921—24 йй. Ырымбур башҡ. пед. техникумында уҡый, 1919—21 йй. һәм 1924—31 йй. Башҡ. дәүләт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1927—28 йй. баш режиссёры. Үҙенсәлекле актёр, башлыса башҡ. авторҙары спектаклдәрендә уйнай. Тәрән кәүҙәләндереү һәләтенә, бер спектаклдә төрлө образдар тыуҙырыу оҫталығына эйә була: Сәфәрғәли, Ғәҙелша (“Ашҡаҙар”, М.А.Буранғолов), Салауат, Юлай Аҙналин, Аҡбулат (“Салауат батыр”, Ф.М.Сөләймәнов), Ҡарағол, Ишмырҙа, Әпкәләй (“Ҡарағол”, Д.Юлтый). Үҙ постановкаларына З. муз.‑хореографик картиналар, милли йола элементтарын әүҙем индерә: Буранғоловтың “Шәүрә килен” һәм “Ялан Йәркәй”, Х.Ғ.Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” һ.б.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика