АЙЫТ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Өршәкбаш-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 44 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 425 кеше; 1920 — 456; 1939 — 274; 1959 — 273; 1989 — 123; 2002 — 145; 2010 — 121 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Өршәкбаш-Ҡарамалы урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1816 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Юлдыбай, Көмөшбай, Тимербай һәм Дәүләтбай Айытовтар билдәле. 1865 й. 40 йортта 233 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке