ЗАЯЦ Антонина Николаевна (27.8.1953, Иваново ҡ.), ҡурсаҡтар уйнатыусы актриса. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1992) артисы. Горький театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1978; Ю.М.Копылов курсы) Башҡ. ҡурсаҡ театры актрисаһы. Актрисаға төрлө ҡурсаҡтар м‑н оҫта уйнау, сағыу үҙенсәлек, музыкаль һәләт хас. Төп ролдәре: Дөйәғош балаһы (“Мин — себеш, һин — себеш” — “Я — цыплёнок, ты — цыплёнок”, Г.Д.Усач һәм Е.П. Чеповецкий; дебют, 1978), Сита (“Һинд легендаһы” — “Индийская легенда”, “Рамаяна” поэмаһы б‑са Н.Р.Гусева һәм С.И.Потабенко спектакле), Беренсе ҡатын (“Илаһи комедия” — “Божественная комедия”, И.В.Шток). А.С.Волков, Ю.В.Заяц м‑н берлектә “Самауыр” күсмә ҡурсаҡ театры ойоштора (1996, 2008 й. алып “Ал сәскә” тип атала), унда “Мөғжизәле балдаҡ” — “Волшебное кольцо” спектаклендә (Б.В.Шергиндың ш. уҡ исемле әкиәте б‑са) Мамка, Бесәй, Эт ролдәрен башҡара [спектакль — Бөтә Рәсәй ҡурсаҡ театрҙарының “Муравейник” фестивале лауреаты, Иваново, 1997; халыҡ‑ара университет театрҙары (Кукута ҡ.) һәм йәштәр театрҙары (Меситас ҡ.) фестивалдәре дипломанты; икеһе лә — Колумбия, 1999]. Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә И.Р.Әлмөхәмәтовтың “Бәләкәй гном” (2001), Н.В.Гернеттың “Фил балаһы” (“Слонёнок”; 2004) спектаклдәрен ҡуя.

Ф.Ә.Әлибаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика