ЗАХАРОВА Евгения Александровна (1.2.1944, Ульяновск өлк. Иҫке Салаван а. — 16.1.1993, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1978). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) Өфөлә эшләй: М.И.Калинин ис. мәҙәниәт йорто эргәһендәге халыҡ һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе, 1973 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Майлы буяуҙар м‑н эшләнгән З. әҫәрҙәренә тондары б‑са яҡынлаштырылған буяуҙарҙың картинаның бәрхәт‑тоноҡ өҫтө м‑н килешле бәйләнештә булыуы хас. 70‑се йй. рәссам башлыса натюрморт (“Балыҡ менән натюрморт”, “Һары алма менән натюрморт”) һәм интерьер (“Ауыл. Тыныс урын”, “Тамбов циклы”нан “Ивановка ауылы”) төшөрә. Уның ижадында мөһим урынды портрет жанры биләп тора. “Тамара” (1974), Ә.Х.Ситдиҡова (1978), М.Ғ.Мортазина (1984), Б.Ф.Домашников (1990) һ.б. портреттарын композиция асыҡлығы, контурҙар баҙыҡлығы, төҫтәрҙең хәл ителешендә ыҡсымлыҡ характерлай. “Төнгө ҡышҡы пейзаж” (1975), “Тәҙрә” (1981), “Август” (1992) лирик пейзаждары авторы. 1974 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1972, 1976). Эштәре БДХМ‑да һаҡлана.

В.Э.Меос

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика