ЗАРИПОВ Радик Геннадий улы (12.2.1960, Өфө), балет артисы. БАССРҙың атҡ. артисы (1983). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1979; педагогы А.Г. Нисневич) БДОБТ солисы, 1988 й. башлап Ленинград Кесе опера һәм балет театры солисы. 1989 й. алып Д.Ноймайер труппаһында (Гамбург ҡ., Германия) балет солисы һәм бер үк ваҡытта классик бейеү уҡытыусыһы.

Оло һәләткә, нескә музыкаллеккә эйә. З. бейеүе академизм, хислелек, экспрессия һәм сағыу техника м‑н айырылып тора. БДОБТ-лағы төп партиялары: Принц (“Щелкунчик”; дебют, С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры, 1978), Зигфрид (“Аҡҡош күле” – “Лебединое озеро”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Базиль (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Йомағол (“Сыңрау торна”) һ.б. Аҡйегет партияһын (“Ай тотолған төндә”) тәүге башҡарыусы. З. концерт репертуарында Р.Дригоның “Арлекинада”, Б.В.Асафьевтың “Париж ялҡыны” (“Пламя Парижа”), Э.Хельстед һәм Х.С.Пауллиҙың “Дженцанола сәскәләр байрамы”, С.В.Рахманинов музыкаһына “Элегия” балеттарынан па-де-делар. СССР-ҙың Ҙур Театры, Кремль һарайы, “Рәсәй” концерт залы һәм Союздар йортоноң Колонналы залы (барыһы ла – Мәскәү) сәхнәләрендә бейей. СССР һәм 12 сит ил буйлап гастролдәрҙә була. БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1988).

Н.А.Жиленко

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика