“ЗАМАНДАШТАР”, Х.Ф.Әхмәтовтың 3 шаршауҙан һәм эпилогтан торған операһы. 1970 й. яҙылған. Премьераһы 1970 й. 11 дек. БДОБТ сәхнәһендә уҙа һәм В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға тура килтерелә (Б.Бикбай либреттоһы, дирижёры Н.Ғ.Сабитов, реж. М.Х.Хисмәтуллин, ҡуйыусы рәссамы В.И.Плекунов, хормейстеры Л.Х.Исхаҡова). Төп партияларҙа: Н.З.Әбдеев (Ильяс), С.Ҡ.Ғәлимова (Гөлсөм), С.Ә.Асҡаров (Клёнов), Т.Ф.Сәғитов (Ҡурамша), З.Ә.Фәрхетдинова (Бибинур), Хисмәтуллин (Уралов). Опералағы ваҡиғалар 20 б. 30—70‑се йй. бара. Сюжет нигеҙендә — яңы йәмғиәт төҙөүселәр (нефть промыслаһы идарасыһы Таһир Уралов, уның ҡатыны Зөһрә, уларҙың ҡыҙы Гөлсөм, йәш инженер Ильяс) м‑н промысланы яндырып һәм яла яғып яңы тормошҡа аяҡ салыусылар (кулак улы Ҡурамша Баталов һәм уның ҡуштаны Абдрахман) араһындағы көрәш. Операла муз.‑драматик күренештәр күп планлы: ваҡиғаларға бай күмәк сәхнә күренештәре лирик‑психологик йәки үҙенсәлекле көнкүреш эпизодтары м‑н алмашына. “З.” тулы муз. номерҙар өҫтөнлөк итә: төп геройҙарҙың ариялары һәм монологтары, ансамблдәр, хорҙар. Ыңғай образдарҙың муз. характеристикалары — оҙон көй, романс һәм марш стилистикаһына, кире образдарҙыҡы речитатив интонацияларға, киҫкен диссонанслы яңғырашҡа ҡоролған. Операны йомғаҡлаусы “Ҡояшҡа гимн” хоры изгелек һәм ғәҙеллектең еңеүенә дан йырлай. “З.” 2‑се редакцияһының премьераһы 1986 й. 24 февр. БДОБТ-ла үтә (Б.Бикбай либреттоһы, дирижёры Ғ.Х.Моталов, реж. Ф.А.Ярышев, ҡуйыусы рәссамы Плекунов, хормейстеры Э.Х.Ғәйфуллина). Төп партияларҙа: Әбдеев (Ильяс), Ғәлимова (Гөлсөм), О.З.Килмөхәмәтов (Клёнов), Сәғитов (Ҡурамша), Фәрхетдинова (Бибинур), Р.Ф.Көсөков (Уралов).

Әҙәб.: Галина Г.С. Хусаин Ахметов. Жизнь, творчество, время. Уфа, 1994; Зиновьева Т.С. Опера Х.Ахметова “Современники”. Уфа, 2002.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика