ЗАКИРОВА Римма Рәйес ҡыҙы (28.12.1977, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (1998) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлаған (1995; педагогы Л.С.Ҡыуатова). 1992 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БДОБТ, 1995 й. “Францияның йәш балеты” труппаһы (Париж), 2001— 02 йй. Ҡаһирә опера театры солисы. Лирик‑драматик пландағы классик балерина. Сағыу актёрлыҡ һәләтенә, йомшаҡ пластикаға эйә, еңел һикерә; сығыштарына һомғоллоҡ һәм нәфислек хас. Төп партиялары: Зәйтүнгөл (“Сыңрау торна”; дебют, 1998), Гамзатти (“Баядерка”), Китри (“Дон Кихот”; икеһе лә — Л.Ф.Минкус), Джульетта (“Ромео һәм Джульетта”, С.С.Прокофьев), Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”), Аврора (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”; икеһе лә — П.И.Чайковский) һ.б. Рәсәйҙең Ҙур театры (Мәскәү) сәхнәһендә бейей. Рәсәй һәм донъяның 10 иле буйлап гастролдәрҙә була. ТӨРКСОЙ халыҡ‑ара ойошмаһы пр. лауреаты (2010).

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика