ЗАКИРОВ Мөхәмәтхан Хажи улы [17.9.1934, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Үктәй а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 5.6.1996, Өфө], китапханасы, библиограф. Пед. ф. канд. (1971). БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976). Мәскәү китапхана ин‑тын тамамлағандан һуң (Химки ҡ., 1956) Ә.Вәлиди ис. Милли китапхананың библиография бүлеге мөдире, 1963 й. алып дир. урынбаҫары, 1973—95 йй. директоры. З. етәкс. башҡорт библиографияһының нигеҙҙәре һалына; фондтарҙы, ш. иҫ. милли телдә булғандарын, комплектлауҙың яңы принциптары әҙерләнә, китап фонды 600 меңдән 3 млн һаҡлау берәмегенә тиклем арттырыла; китапхана‑библиографик классификацияның яңы системаһы б‑са каталогтар төҙөлә; Милли китапхана, Балалар китапханаһы һәм Үҫмерҙәр китапханаһы берләштерелә. Уның ҡатнашлығында респ. дәүләт йәмәғәт китапханаларын үҙәкләштереү үткәрелә (ҡара: Китапханалар), китапхана‑библиографик процестарҙы автоматлаштырыу һәм компьютерлаштырыу башлана. “Башҡортостан китапханалары” йыйынтығын сығарыуҙы ойоштороусыларҙың береһе (1975 й. алып сығарыусы яуаплы мөхәррир). 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Хеҙм.: Развитие библиотечного дела в Башкирской АССР за годы Советской власти// Библиотеки Башкирии. Уфа, 1968. Вып. 3.

С.Р.Бишева

Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика