ЗАЙЦЕВ Николай Георгиевич (1896, Рязань губ. Алёшкино а. — 1989, Ростов ҡ.), балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1945). Юғары дәүләт театр оҫтаханаһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1922) Мәскәү һәм Ленинград филармонияларының балет артисы. 1925 й. алып Ленинград, Хабаровск, Пермь, Сталинград, Иркутск, Ростов ҡҡ. муз. һәм драма театрҙары балетмейстеры; 1939—49 йй. БДОБТ балетмейстеры, бер үк ваҡытта 1945— 46 йй., 1947—48 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) художество етәксеһе. З. постановкаларына сюжет йыйнаҡлығы, тәьҫирле бейеүҙәр, пантомима ҡулланыу хас. Опера һәм балет театрында “Коппелия”, Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан; 1945), Р.М.Глиэрҙың “Ҡыҙыл мәк” (“Красный мак”; 1949), С.С.Прокофьевтың “Ромео һәм Джульетта” (“Ромео и Джульетта”; 1949); П.И.Чайковскийҙың “Евгений Онегин” һәм “Ҡарға дама” (“Пиковая дама”), Дж.Вердиҙың “Аида” һәм “Травиата”, Ж.Бизеның “Кармен”, Р.Ә.Мортазиндың “Азат”, А.А.Эйхенвальдтың “Мәргән” һ.б. тәүге балет спектаклдәрен ҡуя.

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика