ЗӘЙНЕТДИНОВ Денис Фоат улы (12.1.1980, Өфө), балет артисы. БР-ҙың атҡ. артисы (2002). Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһын (1998; педагогы Ш.Ә.Тереғолов), А.Я.Ваганова ис. Рус балеты акад. (С.‑Петербург, 2008; педагогы Г.Д.Алексидзе) тамамлаған. 1998 й. алып БДОБТ солисы, 2004 й. — педагог-репетиторы, 2006 й. — Екатеринбург опера һәм балет театры солисы. З. бейеүе ҙур оҫталыҡ, хис‑тойғо байлығы, дәртле һәм тәьҫирле булыуы м‑н айырыла. Төп партиялары: Йомағол (“Сыңрау торна”; дебют, 1998), Хозе (“Кармен‑сюита”, Ж.Бизе — Р.К.Щедрин), Базиль (“Дон Кихот”), Солор (“Баядерка”; икеһе лә — Л.Ф.Минкус), Колен (“Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” — “Тщетная предосторожность”, П.Гертель) һ.б. “Шабыт” (“Илһам”) халыҡ‑ара ижади йәштәр фестивале лауреаты (Астана, 2002). Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Мысыр, Италия, Португалия, Таиланд, Төркиә һ.б.) гастролдәрҙә була.

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика