АЙЫТ, Борай р‑нындағы ауыл, Таңатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 37 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 348 кеше; 1920 — 400; 1939 — 331; 1959 — 354; 1989 — 125; 2002 — 86; 2010 — 58 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы Иҫке Көрйә а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (10 йортта 65 кеше йәшәгән) Көрйә‑Айыт исеме м‑н билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Һарыбаш һәм Абдулла Айытовтар билдәле. 19 б. 1‑се ярт. хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 36 йортта 222 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018