ЗАЙДЕНТРЕГЕР Михаил (Моисей) Акимович (28.3.1914, Ырымбур ҡ. — 29.6.1994, Өфө), пианист, педагог. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1973), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1963). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1938; С.Е.Фейнберг класы). 1939—94 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында һәм Н.Сабитов ис. 1‑се Өфө балалар муз. мәктәбендә, бер үк ваҡытта 1960—68 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пунктында уҡыта. З. башҡарыу манераһы дәртле хислелек һәм тауыш палитраһының байлығы м‑н айырыла. Репертуарында Л.Бетховен, Ф.Лист, П.И.Чайковский, Ф.Шопен һ.б. әҫәрҙәре. Х.Ш.Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, Х.Ф.Әхмәтов әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Башҡорт филармонияһы концерттарында, Башҡ. радио һәм ТВ‑нда сығыш яһай. Башҡортостанда фп. башҡарыу мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Уҡыусылары араһында Л.И.Алексеева, А.Т.Кәримов, Р.Ғ.Хәбибуллин, Н.Ғ.Хәмиҙуллина, С.Ғ.Хәмиҙуллина, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Э.В.Апарова, Л.Ғ.Ҡоҙаярова, А.М.Минков.

Әҙәб.: Троицкая Л.Н., Ахмадиева Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика