ЗАҺРЕТДИНОВ Роберт Абдрахман улы (16.12.1932, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Әжекәй а. — 1.3.2016, Өфө), ҡумыҙсы. РСФСР‑ҙың (1987) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, РСФСР-ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1974) халыҡ мәғарифы отличнигы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1962; Н.Я.Инякин класы) һәм Свердловск пед. ин‑тын (1968) тамамлаған. 1968 й. алып 2‑се Өфө пед. колледжында, 1993—95 йй., 1998—2007 йй. ӨДСА‑ла уҡыта. Донъя кимәлендә дан ҡаҙанған ҡумыҙсы, виртуоз башҡарыусы. З. импровизациялау, техник камиллыҡ хас, тембрҙарҙы нескә ҡуллана. Репертуарында 200‑ҙән ашыу әҫәр: башҡ., урыҫ, сит ил композиторҙары әҫәрҙәренең ҡумыҙөсөн эшкәртмәләре; “Арғужа”, “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Ильяс”, “Уйыл” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарына инструменталь варианттар; үҙенең әҫәрҙәре, үҙенсәлекле импровизациялары. М.Х.Әхмәтовтың“Варган‑синфонияһы”нда (1996) ҡумыҙ партияһын тәүге башҡарыусы. 50‑нән ашыу йыр һәм инструменталь пьеса авторы, ш. иҫ. ҡумыҙ өсөн “Уралтау”, “Иртә” (“Утро”); ҡурай һәм ҡумыҙ өсөн “Оҙонсәс”, “Беслан ҡайғыһы” (“Печаль Беслана”); баян өсөн “Вальс-фантазия”, “Концерт вальсы” (“Концертный вальс”), “Марш” әҫәрҙәре. Ҡумыҙҙы камиллаштыра, уның төрлө төрҙәрен: винтлы, ауыҙ шаҡылдауығы, ике яҡлы, ике, өс һәм күп тонлы ҡумыҙҙар, кулисалы күп тонлы, резонаторлы армыт‑ҡумыҙ, кумбра, ҡыңғыраулы, өс телле, хроматик, электрон ҡумыҙҙар яһай. Урал-Волга төбәгенең хомус (варган) музыка үҙәге рәйесе (1992 й. алып). ГДР‑ҙа БАССР мәҙәниәте көндәрендә (Берлин, Галле ҡҡ.; 1984), Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997) ҡатнаша. СССР буйлап һәм донъяның 17 илендә гастролдәрҙә була. БДАУ‑ҙа, БДПУ-ла, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Учалы һәм Әбйәлил р‑ндарында ҡумыҙсылар ансамблен ойоштора. “Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе” (“Школа игры на кубызе”; 1997) һәм “Башҡорт өзләүе мәктәбе” (“Школа башкирского горлового пения”; 2011) уҡытыу‑методик әсбаптары авторы. Респ. фольклор байрамы (1981), бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотрҙары (1983—85), респ. (1983; бөтәһе лә — Өфө) һәм бөтә Союз (Мәскәү, 1984—85) “Халыҡ ижады ынйылары” (“Жемчужины народного творчества”), Халыҡ‑ара донъя халыҡтары варгансылары (хомуссылары) [Яҡутск, 1991; “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” исемен яулаусы], Халыҡ‑ара “Хоомей” өзләүселәр (Ҡыҙыл, 1992) фестивалдәре лауреаты. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1993). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2013). 1994 й. тыуған р‑нында уның ис. призға “Йәш ҡумыҙсы” конкурсы үткәрелгән. 2010 й. З. инициативаһы м-н Мәсетле р-ны Оло Ыҡтамаҡ а. ул бүләк иткән ҡумыҙ һ.б. музыка ҡоралдары коллекцияһы нигеҙендә Ҡумыҙ музейы ойошторола.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996; Галина Г. Һай, ҡумыҙы, ҡумыҙы! //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика