ЗАҺИТОВ Рәүис Хәбир улы (19.11.1948, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Иҫке Мөхәмәт а.), актёр. РФ‑тың атҡ. (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1985). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) БАДТ актёры. Юмор һәм сатира ысулдарын оҫта ҡулланған күренекле комедия актёры. Актёрлыҡ манераһын билдәләгән сифаттары — ихласлыҡ, тормошсанлыҡ, һөйкөмлөлөк. Төп ролдәре: Слава (“Мираҫ”, А.В.Софронов; дебют, 1974), Йыһан (“Башмағым”), Ильяс (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Шамил (“Тальян гармун”, Ғ.Ғ.Әхмәтшин), Мөртәт‑ша (“Диктаторға ат бирегеҙ!”, М.Кәрим), Ғәлиулла (“Законлы никах менән!”, Ә.Ҡ.Атнабаев). Уның персонаждары араһында ҡайһы саҡта мәғәнәһеҙ эш ҡылған хәйләһеҙ геройҙар күберәк: Ғәбдрәшит (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Сәйфулла (“Йәш йөрәктәр”, Ф.Бурнаш), Закирйән (“Аты барҙың — дәрте бар”, Н.Ғәйетбай). А.Ш.Йәғәфәрованың “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” спектаклендә Степан образын тәрән драматизм һәм соц. дөйөмләштереү көсө м‑н башҡара.

Г.Ф.Әхмәтҡужина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика