Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/Z/ZAGIDULLIN.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/Z/ZAGIDULLIN.jpg'

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәшит Шәйҙулла улы (6.11.1948, Ишембай ҡ.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1976; педагогы Л.Ф.Мөғтәбаров) 1994 й. тиклем Башҡ‑н ижади‑производство комб‑тында рәссам, 2001 й. алып 2‑се Өфө пед. колледжында уҡыта. З. ижадында реалистик һәм авангард сәнғәтенең һыҙаттары яраша; уның эштәренә композиция асыҡлығы, аныҡ һыҙыҡтар ритмының активлығы, буяуҙарҙың баҙыҡлығы хас. Лирик ауыл темаһы күренекле урын ала (“Эҫе йәй”, 1993; “Алтын көндәр”, 1996). Пейзаж мотивтары кеше һәм тәбиғәттең айырылмаҫ берлеге идеяһы м‑н һуғарылған, йыш ҡына символика м‑н тулыландырылған (“Тормош ағасы”, 1993; “Мәсет м‑н пейзаж”, 2001); ябайлыҡ һәм кубизмға тартым композициялары ҡуйы буялған геометрик фигуралар м‑н берләштереүгә нигеҙләнгән (“Ынтылыш”, 1993; “Бәхеткә”, 1996). Шулай уҡ графика өлкәһендә эшләй. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1980 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1992, 1993, 1998, 2009), Ишембай (1996). Эштәре БДХМ, “Урал” (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) һәм “Артко” (Тулуза ҡ., Франция) галереяларында, Рәсәй һәм сит илдәр шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

Әҙәб.: Творческое объединение “Артыш”: избр. произведения: каталог /авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2002.

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика