“ЗАБАВА”, урыҫ халыҡ муз. ҡоралдары ансамбле. 1981 й. “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайы эргәһендә ойошторола, 2009 й. алып “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбленә инә. Ойоштороусыһы һәм тәүге художество етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Н.Г.Руснак. Тәүге сығышы 1982 й. була. Беренсе составына И.И.Балдина, Е.Р.Бикбулатова, Т.Е.Лазарева, Э.Р.Низаметдинова, Н.Е.Сермягина (бөтәһе лә — думбыра), С.М.Жуков, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.К.Шабаев (икеһе лә — балалайка), С.С.Лейзерович (һуҡма муз. ҡоралдары), Г.Н.Малофеев, Руснак (икеһе лә — баян) инә. Тәүге гастролдәре 1982 й. Төмән ҡ. була. Ансамблдең башҡарыу сәнғәте виртуозлыҡ, темперамент, дәртлелек, муз. әҫәрҙәрҙе үҙенсәлекле итерпретациялау м‑н айырылып тора. Репертуарында ватан [“Дюк Мәскәүҙә” (“Дюк в Москве”), А.В.Беляев; “Орёлдың лирик көйө” (“Орловская лирическая”), “Джаз уйнайбыҙмы?” (“Поиграем джаз?”), “Урыҫ миниатюраһы” (“Русская миниатюра”), Е.П.Дербенко; “Интродукция”, “Ту‑степ”, “Чардаш”, А.А.Цыганков; “Быймалар” (“Валенки”), “Ой, һин, баланҡай” (“Ой, да ты, калинушка”) урыҫ халыҡ йырҙары эшкәртмәләре, А.Б.Шалов], сит ил (“Танго”, Р.Гальяно; “Танго”, А.Пьяццолла) һәм башҡ. [“Һабантуй” (“Сабантуй”), Н.Я.Инякин; башҡ. халыҡ көйҙәре “Ете ҡыҙ” (“Семь девушек”), “Зәлиҙә” (“Залида”) эшкәртмәләре, И.И.Хисаметдинов] авторҙары әҫәрҙәре; башҡ., грек, йәһүд, мексикан, молдаван, урыҫ, татар, украин һ.б. халыҡ йырҙары эшкәртмәләре. “З.” составында Лазарева, И.Ю.Куравина (икеһе лә — думбыра), А.Р.Ғүмәров (һуҡма муз. ҡоралдары), О.Г.Хардин (балалайка‑контрабас), Шабаев, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Л.Р.Ястребова (икеһе лә — балалайка), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.А.Ярцев (баян). “З.” м‑н А.Ә.Абдразаҡов, И.Ә.Абдразаҡов, В.В.Белов, Ф.Ә.Килдейәрова, Л.А.Сметанников, В.Ғ.Хызыров һ.б. хеҙмәттәшлек итә. Художество етәксеһе — Ярцев (2002 й. алып). Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997), ЮНЕСКОның штаб‑квартираһында БР‑ҙың халыҡ‑ара презентацияһында (Париж, 2008) ҡатнаша. Рәсәй, Италия, Польша, Тунис буйлап гастролдәрҙә була. Халыҡ‑ара фольклор фестивале (Нефтекама ҡ., 1991; Гран‑при), “Европа— Азия” оркестрҙар һәм ансамблдәр конкурсы (Магнитогорск ҡ., 2007), “Рәсәйҙең йырсы ҡылдары” (“Поющие струны России”; Анапа ҡ., 2008), А.Шупиков ис. “Халыҡ моңдары” (“Народные мелодии”) халыҡ муз. ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре (Ҡазан, 2010) конкурс‑фестивалдәре лауреаты; Бөтә Рәсәй халыҡ муз. ҡоралдары ансамблдәре конкурсы дипломанты (Горький ҡ., 1990).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика