ЖУРАВЛЁВ Василий Николаевич (2.8.1904, Рязань ҡ. — 16.11.1987, Мәскәү), кинорежиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1976), Ҡабарҙы‑Балҡар АССР‑ының халыҡ артисы (1959). Дәүләт кинематография техникумын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1927) “Мосфильм” к/ст эшләй. 20‑гә яҡын фильм авторы: “Аҫрау ул” (“Приёмыш”; 1929), “Реванш”, “Бомбист” (икеһе лә — 1931), “Сик биктә” (“Граница на замке”; 1938), «“Бөркөт” үлеме» («Гибель “Орла”»; 1941), “Ун биш йәшлек капитан” (“Пятнадцатилетний капитан”; Жюль Верндың ш. уҡ исемле романы б‑са, 1946; сценаристары Ж. м‑н Г.Э.Гребнер), “Айырылмаҫ дуҫтар” (“Неразлучные друзья”; 1953) һ.б. Башҡ. риүәйәттәре һәм легендалары мотивтары б‑са Ж. тарафынан “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”; 1980; сценарисы В.С.Виткович, операторы Н.И.Большаков, рәссамы Ғ.Ш.Имашева, комп. Р.М.Хәсәнов) нәфис фильмы төшөрөлә. Тамашасы иғтибарын Ватанға һөйөү, дошман яуы килгәндә уға улдарының тоғролоғо кеүек мәңгелек ҡиммәттәргә йүнәлтеп, режиссёр экранда башҡ. халҡы көнкүреше һәм мәҙәниәтенең күп яҡлылығын күрһәтеүгә ирешә. БАССРҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1981).

Радм.М.Йәнгиров, Рәш.М.Йәнгиров

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке