АЙЫТ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Айыт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм  Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 62 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1118 кеше; 1920 — 1603; 1939 — 1429; 1959 — 1663; 1989 — 1182; 2002 — 1272; 2010 — 1176 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, Ф.Кәрим музейы, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы Һарыһаҙ Тәкермән а. (хәҙ. ТР‑ҙың Сарман р‑ны) башҡорттары 1766 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1744 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са нигеҙ һала. 1753 й. ш. уҡ шарттарҙа Нуғай даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы башҡорттары килеп урынлаша. 1795 й. 37 йортта 218 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта — 707 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 мәктәп, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, тимерлек, 2 бакалея һәм мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән. А. янында Айыт торамаһы урынлашҡан. Ә.З.Ғилманов, И.Р.Ғимаев, X.Ғ.Ғәҙелшин, Д.Х.Кәлимуллина, Кәрим ошо ауылда тыуған.

Ә.3.Әсфәндиәров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке