Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/E/ERAN_KASHKA2.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/E/ERAN_KASHKA2.jpg'

“ЕРӘН ҠАШҠА”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр С.Ғәбәши тарафынан яҙып алына һәм “Башҡорт халыҡ йырҙары” (1935) йыйынтығында баҫылып сыға. Артабан йырҙы Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, Ф.А.Нәҙершина, Ғ.З.Сөләймәнов, Р.С.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. яҙып ала. Йыр лирик-эпик характерҙа. “Е.ҡ.” Ватан һуғышы (1812) ваҡиғаларына бәйле. Һуғышҡа китеүсе егеттәр м-н уларҙы оҙатыусы ҡыҙҙар араһындағы диалог формаһында ҡоролған; ҡушымтала яугирҙың тоғро юлдашы — атына мөрәжәғәт бар. Йыр 2 өлөштән тора, уның йыр башы һәм ҡушымтаһы контраслы темпта: оҙон көй стилендәге йыр башында баҫҡыстар буйлап түбәнәйеүсе көй хәрәкәте өҫтөнлөк итә, дәртле ҡушымта һалмаҡ көйгә яҡыная, аҡрыная барыусы каденцион әйләнештәр йыр башындағы аһәңлелекте ҡайтара. Башҡарыусылар араһында: Н.Х.Аллаярова, Б.Н.Вәлиева, Р.Ф.Йәнбәков, Т.Рәшитова. Йырҙы ҡурайсылар ансамбле өсөн — А.М.Ҡобағошов; а cappella хоры өсөн — Ш.З.Ҡолбарисов, С.Ә.Низаметдинов, В.Г.Соколов; тауыш һәм фп. өсөн М.Ә.Мозафаров, К.Й.Рәхимов эшкәртә. Йыр “Ҡаһым түрә” операһында файҙаланылған.

Әҙәб.: Фоменков М.П. Башкирская народная песня. Уфа, 1976.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика