ЕПИФАНОВ Владимир Николаевич (3.8.1958, Өфө), актёр. БР‑ҙың халыҡ (1998), БАССР‑ҙың атҡ. (1991) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1979; П.Р.Мельниченко курсы) 1982 й. тиклем һәм 1986 й. алып БР‑ҙың Урыҫ драма театры, 1982—86 йй. — Башҡ. ҡурсаҡ театры актёры.

Төрлө пландағы актёр; уйнауына сағыулыҡ, тәбиғилек хас, тәьҫирле тойғолар һәм геройҙарын аныҡ кәүҙәләндереүе м‑н әсир итә. Төп ролдәре: Ромми Олеск (“Ошо егет минме?” — “И этот парень — я?”, Х.Луйк; дебют, 1979), Бумбараш (А.Гайдарҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са), Майор (М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесы б‑са “Ай һәм япраҡ ҡойолоу” — “Луна и листопад”), Шамраев (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П.Чехов), Семён Подсекальников (“Үҙ-үҙенә ҡул һалыусы” — “Самоубийца”, Н.Р.Эрдман), Игорь (“Ул үлгән саҡта” — “Пока она умирала”, Н.М.Птушкина). Е. ижад иткән Присыпкин (“Ҡандала” — “Клоп”, В.В.Маяковский), Поприщин (Н.В.Гоголь әҫәрҙәре б‑са А.М.Поламишевтың “Ах, Невский!..” спектакле), Подколесин (“Өйләнеү” — “Женитьба”, Гоголь), Звягинцев (“Кадриль”, В.П.Гуркин), Берендей батша (“Ҡарһылыу” — “Снегурочка”, А.Н.Островский), Шалимов (“Дачала йәшәүселәр” — “Дачники”, М.Горький) һ.б. образдары сатирик үткерлеге һәм көлкөлө булыуы м‑н айырылып тора.

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика