ЕҢЕҮ ПАРКЫ. Өфөлә урынлашҡан (Комаров урамы, 7). Майҙаны — 232 га. “Нефтсе” мәҙәниәт һәм ял паркы булараҡ ойошторола. Тәүҙә парк терр‑яһында “Күҙәтеү ҡуласаһы” аттракционы ҡуйыла. 1980 й. 9 майында М.Х.Ғөбәйҙуллин һәм А.М.Матросов хөрмәтенә мемориал (скульпторҙары Л.Е.Кербель һәм Н.С.Любимов, архитекторы Г.Г.Лебедев) асҡан көндө хәҙ. исемен ала. 1985 й. комплекстың яртылаш һалынған байраҡтарҙан торған икенсе сираты асыла, Т‑34 танкыһы урынлаштырыла. 1992 й. парк терр‑яһындағы М.Ғ.Гәрәев ҡәберенә уның бюсы (скульпторы Ю.Ф.Солдатов) ҡуйыла. 1994 й. комплекстың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар һәм хәбәрһеҙ юғалғандар иҫтәлегенә арналған өсөнсө сираты асыла: мәңгелек ут һәм пантеон; асфальтлы һуҡмаҡтар һалына. 2003 й. БР-ҙа тыуған һәм 20 б. локаль һуғыштарында һәләк булғандарға һәйкәл (Ҡайғылы әсә һәйкәле; скульпторы Н.А.Калинушкин, архитекторҙары ағалы-ҡустылы Д.А. һәм П.А. Винькельмандар) төҙөлә. 2005 й. 9 майында Еңеүҙең 60 йыллығы хөрмәтенә фронт әхирәттәре аллеяһы һалына: таш ҡуйыла, ағастар ултыртыла; 2010 й. 9 майында Т.Т.Күсемов һәм М.М.Шайморатов бюстарын (скульпторы В.А.Дворник, архитекторы Д.М.Мәғәфүров) асыу була. Парктың үҙәк өлөшөндә Ағиҙел й. яғына ҡараған тау битенә перпендикуляр рәүештә параллель һуҡмаҡтар һалына, уларҙы үҙ‑ара аралыҡтары парктың туғай өлөшөнә һәм Ағиҙелгә алыҫтан ҡарау майҙансыҡтары булып хеҙмәт иткән баҫҡыстар бәйләй. Көньяҡ өлөшөндә — тбиғи ағаслыҡ, төньяғында ултыртылған ағастар урын алған. Туғай өлөшөндә урман барлыҡҡа килтергән төп ағастар — тирәк, дардар һәм ҡарама, өҫтәге киртләстә — ҡарағас, ҡарағай, көньяғында — йүкә. Ваҡ ағаслыҡта сәтләүек ағасы, миләш, зелпе, әлморон, татар айыу баланы, һары акация, мәрүәр ағасы һ.б. үҫә. Парк терр‑яһында Хәрби дан музейы, “Бугель” рестораны урынлашҡан. Парк йыл әйләнәһенә ял өсөн файҙаланыла. Иҫтәлекле даталар айҡанлы тантаналы саралар үткәрелә. Парк — архитектура ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика