ЕЖОВ Борис Дмитриевич (31.1.1908, Пермь ҡ. — 14.11.1978, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1976). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Һарытау художество-сәнәғәт техникумын тамамлаған (1931). Ижадының төп йүнәлештәре — тарихи жанр һәм пейзаж. 60‑сы йй. совет власы өсөн көрәш атмосфераһын сағылдырған тыйнаҡ колоритлы күп фигуралы композициялар яҙа: “Халыҡ үс алыусылары”, “Был көндәрҙең даны тынмаҫ”, “Революция рыцары”, “Партизан ҡасаҡтары”. Бер нисә картинаһында В.И.Ленин образын кәүҙәләндерә: “В.И.Ленин 1900 йылда Өфөлә” (1959), “В.И.Ленин 1918 йылда” (1964). Пейзаж әҫәрҙәре тыныслыҡ, поэзия һәм лиризм м‑н һуғарылған: “Йоҡоға талған дала” (1953), “Яҙғы эңер” (1961), “Яланҡай-ялан” (1974) һ.б. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында агитация плакаттары ижад итә. 1930 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ‑да, Милли музейҙа һаҡлана.

В.Э.Меос

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика