ЕГИАЗАРОВ Георгий Сумбатович (9.9.1902, Тифлис — 6.4.1983, Ереван), актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944), БАССРҙың атҡ. артисы (1941). 1923 й. алып Кавказ аръяғы, Урта Азия, Алыҫ Көнсығыш театрҙарында эшләй. 1937 й. башлап Урыҫ драма театры (Өфө) актёры, 1943—46 йй. художество етәксеһе, баш режиссёры. Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте Башҡ‑н бүлегенең тәүге рәйесе (1940—46). Лирик-романтик образдар галереяһын ижад итә: Фердинанд (“Мәкер һәм мөхәббәт” — “Коварство и любовь”, Ф.Шиллер), Фигаро (“Фигароның өйләнеүе” — “Женитьба Фигаро”, П.Бомарше), Сирано (“Сирано де Бержерак”, Э.Ростан), Мизгирь (“Ҡарһылыу” — “Снегурочка”, А.Н.Островский) һәм башҡалар. Е. режиссураһына патетика (“Бөйөк батша” — “Великий государь”, В.А.Соловьёв) һәм эмоциональ тасуирилыҡ [“Улыҡайым” — “Сынишка”, М.Мэйо һәм М.Эннекендың “Минең ҡатыным — алдаҡсы” (“Моя жена — лгунья”) пьесаһы б‑са]. Режиссёрҙың әһәмиәтле спектаклдәренең береһе — Б.Бикбайҙың “Салауат” (“Салават”) пьесаһы.

Әҙәб.: Волков‑Кривуша С.В. Русский театр драмы в Уфе: ист. очерк. Уфа, 1959.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Яндекс.Метрика