“ДУҪТАР”, башҡ. джаз ансамбле. 1980 й. Өфөлә БАССР Мәҙәниәт министрлығыныœ Башҡ. респ. муз. ансамблдәрҙең берекмәһе (1987 й. алып Башҡорт филармонияһы эргәһендә) ҡарамағында ойошторола, 1992 й. тарҡала. Художество етәксеһе М.Һ.Юлдыбаев. Тәүге сығышы 1980 й. Ярославль джаз фестивалендә була. Репертуары Д.Гиллеспиҙың “Тунистағы төн” (“Ночь в Тунисе”), С.Роллинстың “Олео”, В.Янгтың “Стелла йондоҙҙар яҡтыһында” (“Стелла в свете звёзд”), Юлдыбаевтың “Бал ҡорто”, “Ҡартатай”, “Һабантуй”, “Ҡариҙел”, Р.С.Шәймөхәмәтовтың “Бер урында й¢гере¢” (“Бег на месте”), Р.Б. Медяров эшкәртеүендә башҡ. халыҡ йыры “Ҡара юрға” һ.б. джаз композицияларынан тора. “Д.” составында Медяров (баҫмаҡлы инструмент), А.С.Сергиенко (гитара), Е.А.Чистяков (һуҡма инструменттар), Шәймөхәмәтов (гитара), Ю.И.Шемагонов (баҫмаҡлы инструменты), Юлдыбаев (саксофон) була. Тәүге гастролдәре 1987 й. АҠШ-та үтә. Ансамбль ижадына башҡ. муз. фольклоры м‑н фьюжн стилендәге заманса джаз элементтарын берләштереү хас. “Д.” м‑н башҡ. комп. Р.Х.Ғәзизов, Р.М.Хәсәнов, артистар Р.А.Гәрәев, И.М.Ғәзиев, Н.Ж.Ҡадирова, Ә.А.Яхина һ.б. әүҙем хеҙмәттәшлек иткән. СССР, Африка, ГДР, Канада, АҠШ буйлап гастролдәрҙә була. Халыҡ-ара (Мәскәү, 1982, 1984, 1988; Тбилиси, 1986; Ереван, 1987; Ленинград, 1987, 1988), Бөтә Союз (Куйбышев ҡ., 1976; Ярославль ҡ., 1980; Чебоксар ҡ., 1988) джаз фестивалдәрендә, АҠШ‑та РСФСР мәҙәниәте көндәрендә (1987) ҡатнаша.

Л.Ҡ.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке