“ДУҪЛЫҠ”, Рәүфә Ғәлиева ис. Борай район мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамбле. 1958 й. ойошторола, 1964 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында башҡ. хореографияһы классикаһы: “Бесәнселәр”, “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Зарифа”, “Өс туған”; “Борай йәштәре”, “Кис ултырыу” (“Посиделки”), “Бишле бейеүе”, “Эх, гармун” уйын бейеүҙәре һ.б. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт (Мәскәү, 1967), хеҙмәтсәндәрҙең үҙешмәкәр сәнғәт ижады (1969, 1982), халыҡ ижады (1987; бөтәһе лә — Өфө) фестивалдәре, Бөтә Рәсәй хеҙмәтсәндәренең сәнғәт ижады фестивале (Куйбышев ҡ., 1977), “Ағиҙел тулҡындары” (“Волны Агидели”) милли мәҙәниәттәр (Ағиҙел ҡ., 2007), “Дуҫлыҡ түңәрәге” (“Хоровод дружбы”) балалар халыҡ хореографияһы (2007, 2009; 2011, Гран-при; бөтәһе лә — Туймазы ҡ.) респ. фестивалдәре, “Башҡортостан — Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”) халыҡ ижады форумы, Ф.Ғәскәров ис. призға Халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең төбәк-ара фестивале (икеһе лә — Өфө, 2008) һ.б. лауреаты. Художество етәкс.: Р.Ш.Бәкеров, А.Ғ.Ғәлләмов, М.К.Ғәндәлипова, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.К.Минәзева, Ғ.Ғ.Мирхазов (ойоштороусыһы). Бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: Р.Ә.Бәкеров, Ф.Ә. Ғәскәров, З.С.Исмәғилев, В.С.Кантюков, Мирхазов, Т.Ф.Урманов һ.б.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.