“ДУҪЛЫҠ”, Әбйәлил р‑ны Урал ауыл мәҙәниәт һарайы (Сиҙәм а.) бейеү ансамбле. 1960 й. ойошторола, 1987 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында башҡ. хореографияһы классикаһы: “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Өс туған” (бөтәһе лә — Ф.Ә.Ғәскәров сәхнәләштереүендә); сюжетлы бейеүҙәр: “Ирәндек сәскәләре”, “Ҡыҙыл тулҡындары”, “Сиҙ .мселәр эпопеяһы”, “Өс әсә” һ.б. Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт смотры (Мәскәү, 1972), Бөтә Союз хеҙмәтсәндәр үҙешмәкәр художестволы ижад фестивале (1977, 1982), респ. тальян байрамдары (1985, 1986), “Еңеү салюты” (“Салют Победы”) халыҡ ижады фестивале (2000, 2005; бөтәһе лә — Өфө) лауреаты. Ойоштороусыһы — Х.Ә.Ғәбитова. Художество етәкселәре: А.И.Ғилманова, Ә.С.Истамғәлина, А.Ф.Әхмәтҡужина, З.Х.Әхмәтова, Р.Д.Әхтәмова.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке