ДӨҢГӨР, башҡ. халыҡ һуҡма музыка ҡоралы (ҡара: Халыҡ музыка ҡоралдары). Бер яғы күн мембрана м‑н көпләнгән тар ағас дүңгәләк. Ике яғы ла мембрана м‑н көпләнгән киң (ғәҙәттә һаплы) Д. осрай; ҡайһыларына көмөш тәңкәләрҙән ике ҡат сулпы ҡуйыла. Тауыш башлыса мембранаға йәки дүңгәләккә ус, бармаҡтар, һирәгерәк ағас таяҡсыҡ м‑н һуғыуҙан барлыҡҡа килә. Д. баҡсылар, яуыз йәндәрҙе ҡыуып, ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланған (ҡара: Ҡамлау). Халыҡ бейеүҙәрен, йырҙарын, башлыса таҡмаҡтарҙы инструменталь оҙатыу өсөн дә ҡулланыла. Күп кенә төрки һ.б. халыҡтарҙа осрай.

Әҙәб.:  Кубагушев А.М. Традиционные башкирские музыкальные инструменты. Уфа, 1997.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке