АЙЫРЫУСА ТАҘА МАТДӘЛӘР, үтә таҙа матдәләр. Сиктән тыш таҙалыҡтағы (ҡушымталары 10-6—10-8%‑тан артыҡ булмаған) һәм юғары таҙалыҡтағы (10-3—10-4%‑тан артыҡ булмаған) матдәләрҙе айыралар. Бер нисә А.т.м. ҡатышмалары — юғары таҙалыҡтағы материалдар.

Сикләнелгән ҡушылмаларҙың төрөнә һәм уларҙың дөйөм миҡдарына ҡарап А.т.м. марка бирелә. Әгәр органик булмаған матдәләрҙең ҡушылмалары сикләнелһә, марка “осч” индексы һәм һандар (ҡушылмалар миҡдарының дөйөм процентлы күләменең унарлы тиҫкәре логарифмы) м‑н билдәләнә, органик матдәләрҙең ҡушылмалары сикләнгәндә — “оп” хәрефтәре, һан (ҡушылмаларҙың дөйөм процентлы күләменең унарлы тиҫкәре логарифмы) һәм “осч” индексы, әгәр ҙә бер үк ваҡытта органик һәм органик булмаған ҡушылмалар сикләнелһә — тәүҙә органик ҡушылмаларҙың маркаһы, “осч” индексынан һуң органик булмаған ҡушылмаларҙың марка һандары күрһәтелә. Ҡайһы берҙә матдәләрҙең тәғәйенләнеше генә күрһәтелә (мәҫ., “Электрон техника өсөн А.т.м.”).

Матдәләрҙе тулыһынса таҙартыу өсөн ултыртма алыу, комплекстар хасил итеү, һайланма окисландырыу йәки ҡайтарылыу, сорбция, ион алмашыныу, термодиффузия һ.б. ысулдарҙы берләштереп ҡулланалар, ш. уҡ һауанан, реактивтарҙан һ.б. ҡушылмалар инеүен иҫәпкә алалар; ҡушылмаларҙың анализын юғары һиҙгерлекле ысулдар (полярография, люминесцент анализ, масс‑спектрометрия, радиоактивацион анализ һ.б.) м‑н үткәрәләр.

Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. СССР ФА БФ‑ның Химия бүлегендә (Р.Д.Оболенцев, Н.М.Поздеев, Л.Л.Шанин) илдә тәүге тапҡыр органик берләшмәләрҙең таҙалыҡ дәрәжәһен, иреү т‑раһын, криоскопик константаһын бер юлы билдәләү өсөн калориметрик (криоскопик) ҡулайлама төҙөлә. Синтезлау юлы м‑н алынған көкөрторганик берләшмәләр сулема һәм мочевина ярҙамында комплекслы берләшмәләргә әүерелдереү, артабан ректификациялау (теория б‑са 40 тәрилкә) ысулдары м‑н өҫтәмә таҙартыла. Күп баҫҡыслы таҙартыу юғары таҙалыҡтағы 88 эталон берләшмә (меркаптандар, диалкилсульфидтар, дисульфидтар, тиацикландар, тиофендар, бензотиофендар) алыуға мөмкинлек бирә (Л.В.Вафина, Н.Г.Марина, Оболенцев), уларҙың характеристикалары Г.В.Большаков, Е.А.Глебовская, З.Г.Капландың “Йотолоуҙың инфраҡыҙыл спектрҙары һәм гетероорганик берләшмәләрҙең рентгенограммалары” (“Инфракрасные спектры поглощения и рентгенограммы гетероорганических соединений”; 1967); Н.С.Любопытованың “Органик берләшмәләр йотолоуының электрон спектрҙары” (“Электронные спектры поглощения органических соединений”; 1977) спектрҙар атластарына индерелә.

60—70‑се йй. Өфө химия з‑дының (ҡара: “Уфахимпром”) үҙәк лаб. заказлы химик реактивтар бүлеге (С.В.Зубарев, А.Д.Игошев, Г.П.Шитов, М.Н.Эйнисфельд һ.б.) таҙа матдәләр, ш. иҫ. мед. препараттары, бензол һәм фенолдың индивидуаль хлорлы сығарылмаларын алыу ысулдарын эшләүҙә ҡатнаша. А.т.м. эталон йыйылмаһын сығарыу ойошторола.

70‑се йй. аҙ. “Кабель” КБ‑нда (ҡара: “Солитон”) А.П.Асабин етәкс. вакуумлы өрҙөрөү ысулы м‑н таҙа материалдар алыу технологияһы үҙләштерелә. 80‑се йй. башында А.Я.Зайдман етәкс. таҙа материалдар күп каналлы мәғлүмәт тапшырыу системаларында ҡулланыла (ҡара: Сүсле-оптик элемтә линияһы). 90‑сы йй. башынан стехиометрик составтарын боҙмайынса металл, иретмә, ярым үткәргес материалдар ҡаплауҙары, эш итеү атмосфераһына ҡарап (азот, аргон, углерод диоксиды һ.б.) төрлө металл оксидтары, нитридтары, карбидтары, сульфидтары плёнкаларын алырға мөмкинлек биргән УВН‑75П‑1 һәм “Геттер‑М” магнетронлы өрҙөрөү ҡулайламаларында таҙа металдарҙың (ванадий, баҡыр, никель, тантал) резистив һәм үткәреүсән ҡатламдары плёнкаларын алыу ғәмәлгә ашырыла.

Әҙәб.: Девятых Г.Г., Еллиев Ю.Е. Глубокая очистка веществ. М., 1974.

Н.К.Ляпина, В.Н.Майстренко, А.М.Рысйәнова

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке