ДУДКО Михаил Андреевич (31.12.1902, С.‑Петербург — 11.9.1981, Ленинград), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1939). Петроград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1920; педагогтары С.К. Андрианов, В.А.Семёнов, Л.С.Леонтьев) С.М. Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1941 й. репрессиялана, 1953 й. аҡлана. 1953—55 йй. БДОБТ артисы.

Күркәм ҡиәфәтле артист, манералар нәзәкәтлегенә эйә була. Д. бейеүе нескә хәрәкәттәр, нәфис пластика м‑н айырыла. Төп партиялары: Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”), Дезире (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Жан де Бриен (“Раймонда”, А.К.Глазунов), Парис (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С.Прокофьев). БДОБТ‑ла уйын һәм пантомима ролдәрен башҡара: Шәһрийәр (“Шехеразада”, Н.А.Римский-Корсаков), Клод Фролло, Квазимодо (“Эсмеральда”, Ч.Пуньи), Сәйет паша (“Корсар”, Адан) һ.б.

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018