ДУБИНСКИЙ Леонид Шулимович (3.7.1956, Могилёв-Подольский ҡ.), архитектор. РФ‑тың (2010) һәм БР-ҙың (1993) атҡ. архитекторы. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, 1985 й. алып архитекторҙар төркөмө етәксеһе, 1989 й. — “Архпроект” ЯАЙ‑ның (Өфө) баш проект архитекторы, 1992 й. — оҫтахана начальнигы. “Башпромбанк” бинаһы проекты авторы (1996). Д. тарафынан “Радио” микрорайоны (1989), “О” кварталы (2003), Октябрь р‑нындағы “Йондоҙло” торлаҡ комплексы (2005), Орджоникидзе р‑нындағы Милли-мәҙәни үҙәк (2006) төҙөлөшө, “Парк” ҡунаҡхана комплексын (2000), сәйәси репрессия ҡорбандары мемориалын (2002), Күҙ һәм пластик хирургия үҙәге бинаһын реконструкциялау, Черниковка микрорайонын яңынан планлаштырыу (икеһе лә — 2010; бөтәһе лә — Өфө) проекттары эшләнә, Өфө—Силәбе т. юлының 1710 км булған һәләкәт ҡорбандары мемориалы проектын (1992), “Красноусол” (1999), “Йоматау” (2001), “Янғантау” (2002; бөтәһендә лә — авторҙаш) шифаханалары корпустарын реконструкциялау проекттарын төҙөй. “Төҙөү сәнғәте” (“Зодчество”) Рәсәй фестивале (Мәскәү, 1997), архитектура проекттары смотрҙары (Өфө, 1990; Курск, Дүшәмбе ҡҡ., икеһе лә — 1991), “Интерарх” Халыҡ-ара архитектура триенналеһы (София, Болгария; 2000) дипломанты.

Е.И.Донгузова

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.