ДРОЗДОВ Николай Михайлович (22.5.1911, Түбәнге Новгород губ. Большие Поляны а. — 6.11.1999, Өфө), актёр. РСФСР-ҙың (1972) һәм БАССР‑ҙың (1955) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1948). Новосибирск “Ҡыҙыл факел” театры эргәһендәге актёрҙар студияһын тамамлағандан һуң (1934) Новосибирск, Томск һәм Кемерово өлк. театрҙары актёры. 1947—93 йй. Респ. урыҫ драма театры (Өфө) актёры, бер үк ваҡытта 1989 й. алып музей күҙәтсеһе.

Өфө сәхнәһендә Д. 300‑гә яҡын роль уйнай. Урыҫ театр мәктәбен дауам иткән актёрҙың уйыны сағыу кәүҙәләнеш һәм тәрән мәғәнәлелек м‑н айырылып тора. Урыҫ драматургияһындағы ышандырырлыҡ итеп уйнаған ролдәре: Барон (“Тормош төпкөлөндә” — “На дне”, М.Горький), Вронский (“Анна Каренина”, Л.Н.Толстойҙың ш. уҡ исемле романы б‑са), Иван Шуйский (“Батша Фёдор Иоаннович” — “Царь Фёдор Иоаннович”, А.К.Толстой), Любим Торцов (“Ярлылыҡ оят түгел” — “Бедность не порок”), Крутицкий (“Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына” — “Не было ни гроша, да вдруг алтын; икеһе лә — А.Н.Островский), Окаёмов (“Машенька”, А.Н.Афиногенов), Чичерин (“Алтынсы июль” — “Шестое июля”, М.Ф.Шатров). Дин әһеле отец Елпидий (“Үҙ-үҙенә ҡул һалыусы” — “Самоубийца”, Н.Р.Эрдман), Әжмәғол (“Ҡыҙ урлау” — “Похищение девушки”, М.Кәрим пьесаһы б‑са) образдары сағыу характерлы булыуы м‑н айырыла. Өфөлә Д. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Т.П.Абросимова

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018