ДОНГУЗОВ Константин Александрович (2.6.1962, Өфө), архитектор. Архитектура канд. (1991), проф. (2010). БР-ҙың атҡ. архитекторы (2006). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1991). ӨНИ‑не тамамлаған (1984). 1986—88 йй. “Строительство и архитектура Москвы” (“Мәскәү төҙөлөшө һәм архитектураһы”) ж. (Мәскәү) өлкән мөхәррире. 1990 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 1992 й. башлап БР Архитекторҙар союзының “Башҡорт өйө” төбәк проект мәктәбе директоры. 70‑тән ашыу, ш. иҫ. Ф.И.Шаляпин һәйкәле (2001), “Башҡортостан” ДТРК-ның “Тамыр” телерадиостудияһы бинаһы (2000), Милли йәштәр театры (2002, авторҙаш), Салауат ҡ. Димитриев храмы комплексын (2011) реконструкциялау проекттары авторы. ӨДНТУ (1999), ӨДСА (2000; авторҙаш) биналары, Аксаковтар ғаиләһе музейы (2002; Бәләбәй р-ны Надеждино а., ҡара: Аксаков музейы) интерьерҙарын биҙәй; Ш.Бабич ис. дәүләт пр. лауреатының түшкә таға торған миҙалы (1997) һәм “Өфө үҫешенә булышлыҡ иткән оло хеҙмәттәре өсөн” иҫтәлекле билдә (1999) проекттарын эшләй. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Халыҡ‑ара архитектура конкурсы лауреаты (Токио, 1993).

Хеҙм.: Союз архитекторов Республики Башкортостан: традиции и современность. Уфа, 1998; Александр Фёдорович Козлов. Годы жизни: к 80-летию. Уфа, 2002; Имплозия. Схемаформа. Уфа, 2012 (авторҙ.).

А.В.Лебедева

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018