ГУБЕРНАТОР ЙОРТО, 19 б. ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Туҡай урамы, 23). 1850 й. төҙөлә (архитекторы А.Д.Захаров). 2 ҡатлы таш бина архитектураһында һуң классицизм стиле күҙәтелә; ҡаланың башҡа биналарынан ябай һәм формаларының ярашлы булыуы м‑н айырыла. Алғы яғы дүрт үҙәк пилястралы ионик ордер ризалитын (урам фонарҙары өсөн кронштейн булып хеҙмәт итеүсе суйындан ҡойолған аждаһалар м‑н биҙәлгән) үҙ эсенә алған симметрик композиция булып тора һәм өс мөйөшлө фронтон м‑н тамамлана. Фасад буйлап урынлашҡан фриз ҡәтғи декоратив-нәфис биҙәлеш (рустика) м‑н айырылып торған беренсе ҡатты ҡупшыраҡ эшләнгән (тәҙрә йөҙлөктәре биҙәкле аркаларҙан тора) икенсе ҡаттан айыра. Бина ишеге суйындан эшләнгән ҙур декоратив балдахин м‑н биҙәлгән. Һуңыраҡ Г.й. төкәтмә эшләнә, бина эсе үҙгәртеп ҡорола. Аксаков халыҡ йорто төҙөлгәнгә тиклем Г.й. һәүәҫкәр спектаклдәр ҡуйыла, шул сәбәпле декорациялар м‑н сәхнә, ложалар, актёрҙар өсөн кейенеү бүлмәләре ҡорола. Революциянан (1917) һуң Г.й. — Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы, 20‑се йй. алып төрлө мед. учреждениелары урынлаша. 1999 й. башлап бинаны БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биләй.

Әҙәб.: Семёнова С.Ю. Как строилась и жила губернская Уфа (конец XVI — начало XX вв.): очерки. Уфа, 2004.

А.В.Лебедева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика